Эстәлеккә күсергә

Карпентария ҡултығы

Координаты: пропущена долгота
Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Карпентария ҡултығы
ингл. Gulf of Carpentaria
Уильям Уэстол. Сэр-Эдуард-Пэлью утрауҙарына күренеш, Карпентария ҡултығы. 1802
Уильям Уэстол. Сэр-Эдуард-Пэлью утрауҙарына күренеш, Карпентария ҡултығы. 1802
Координаты: пропущена долгота
Юғарылағы акваторияАрафур диңгеҙе
Ил
Майҙаны300 000 км²
Иң ҙур тәрәнлек69 м
Тоҙлолоғо34,8 
Австралия
Точка
Карпентария ҡултығы
 Карпентария ҡултығы Викимилектә

Карпентария ҡултығы (ингл. Gulf of Carpentaria) — Австралияның төньяғында урынлашҡан Арафур диңгеҙе ҡултығы. Көнбайыштан Арнем-Ленд һәм көнсығыштан Кейп-Йорк ярымутрауҙары менән сикләнгән.

Карпентария ҡултығы өҫтөндәге «иртәнге глория» болоттары — һирәк осраған метеорологик күренеш.

Ҡитға эсенә 600 километрҙан ашыу үтеп инә[1].

Ҡултыҡ сағыштырмаса һай (максималь тәрәнлеге — 69 м[1]). Һыуҙың уртаса айлыҡ температураһы ҡултыҡтың күп өлөшөндә ҡышын 23-25 °C, ә йәйен 29 °C тәшкил итә[1]. Тоҙлолоғо 34,8 промилле[1].

Һыу артымы ҙурлығы 3,2 метрға барып етә. Яр буйҙарында көслө һыу артымлы-кәмеүле ағымдар күҙәтелә.

Ҡултыҡта Уэлсли, Грут-Айленд һәм Бикертон утрауҙары урынлашҡан. Карпентарияға ҡойоусы иң ҙур йылға — Флиндерс.

  1. 1,0 1,1 1,2 1,3 Карпентария ҡултығы — Ҙур совет энциклопедияһында мәҡәлә