Эстәлеккә күсергә

Феникс (мифик ҡош)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Феникс
грек. φοῖνιξ
Бертух Фридрих Юстиндың китабында феникстың һүрәте, 1806 г.
Бертух Фридрих Юстиндың китабында феникстың һүрәте, 1806 г.
Мифология

Боронғо грек мифологияһы

Тип

мифик ҡош

Башҡа мәҙәниәттә
  • бенну
  • жар-птица
 Феникс Викимилектә

Феникс (грек. φοῖνιξ, лат. phoenix) — оҙаҡ йәшәүсе мифик ҡош[lower-alpha 1], үлгәндән һуң терелә ала. Боронғо Мысыр мифологияһында бенну тип аталған, ә антик мифологияла Ҡояш символы менән бәйле була. Ҙурлығы һәм ҡиәфәте буйынса бөркөт һымаҡ[1][2][3], сағыу ҡыҙыл йәки алтын-ҡыҙыл ҡауырһынлы итеп һүрәтләнгән. Мифтың киң таралған версияһы буйынса, үҙенең үлемен алдан күреп, феникс үҙ-үҙен яндыра, шунан һуң көлдән яңынан барлыҡҡа килә[4][5]. Феникс үҙ төрөнөң берҙән-бер, уникаль төрө тип һаналған[4]. Күсмә мәғәнәлә феникс — мәңге яңырыу, үлемһеҙлек символы.

Америка фольклорсыһы Стит Томпсондың «Халыҡ әҙәбиәте мотивтары күрһәткесе» каталогында феникс тураһында мифтар «B32» мотив тип билдәләнә.[6]

Феникстың килеп сығышы Боронғо Мысыр мәҙәниәте менән бәйле. Немец дин белгесе Роэль Ван ден Бруктың китабына ярашлы, «Феникс тураһындағы миф классик һәм иртә христиан традицияларына ярашлы», ваҡыт үтеү менән, феникс яңырыуҙы төрлөсә символлаштыра ала: Ҡояш, ваҡыт, Рим империяһы, реинкарнация, консекрация, ожмахтағы тормош, Ғайса (пәйғәмбәр), Дева Мария, ғиффәтлек, конкрет айырым кеше йәки ғөмүмән христиан тормошоноң ҡайһы бер аспекттары[7]. Ҡайһы бер ғалимдар раҫлауынса, Луций Цецилий Фирмиан Лактанцийҙың «De ave foenice» поэмаһында феникстың мифологик мотивын Христостың терелеүе символы тип аңлатыла[8].

Феникс, «азат ителгән йән», Ч. Г. Юнг һүҙҙәре буйынса, кешелектең яңырыуы символына әүерелә[9].

Феникстың утта янып үлеүе. Абердин бестиарийы

Феникс тураһындағы мифты б.э. т. V быуатта Геродот яҙмаларында телгә алына. Ул был ҡош Ғәрәбстандан, 500 йыл ата-әсәһе менән йәшәй, ә улар үлгәс, Мысыр ҡалаһы Гелиополдағы Ҡояш аллаһы ғибәҙәтханаһына килә һәм унда ата әсәһенең кәүҙәһен ерләй[lower-alpha 2][5][10]. Феникстың үҙ-үҙен яндырыуы һәм артабанғы яңырыуы тураһында Геродот телгә алмай, ә мифты үҙе ысынбарлыҡҡа оҡшамаған, тип иҫәпләй. Шулай уҡ Тацит та легенда уйлап сығарылған тип иҫәпләй, әммә Павел Фабий һәм Луций Вителлийҙың консуллығына (яҡынса б. э. 35 йылында) күптәр феникстың килеүен күргән, тип яҙа[lower-alpha 3][10]. Тацит хикәйәһендә феникс 500 йылға бер тапҡыр бала сығара, шунан һуң үлә. Легенда башҡа антик авторҙар тарафынан да телгә алына, уларҙың күбеһенә феникстың үҙ-үҙен яндырыуы ингән. Ҡайһы бер боронғо сығанаҡтарҙа феникс яҡтылыҡ балҡышында юҡҡа сығыуы, ә һуңынан башҡа урындарҙа барлыҡҡа килеүе ихтимал тигән мәғлүмәттәр бар:

  • Лактанцийҙың «Птица Феникс» поэмаһы.
  • Овидий. Метаморфозы XV 392—407[5]; Любовные элегии II 6, 54.
  • Нонн Панополитанский. Деяния Диониса XL 406.[10]
  • Клавдий Клавдиан. «Феникс» поэмаһы.

Христиан донъяһында феникс мәңгелек тормошто, терелеүҙе, иманды, даимилыҡты символлаштыра; ул Ғайса (пәйғәмбәр) символы. Иртә христианлыҡта феникс даими рәүештә ерләү таштарында осрай: бында уның мәғәнәһе — үлемде еңеү, үлеләрҙән терелеү. Руста феникстың аналогтары булған: жар-птица һәм финист.

В геральдикала феникс ялҡындан күтәрелгән итеп һүрәтләнә; Елизавета I, шулай уҡ Шотландия королеваһы Мария Стюард та фениксты үҙ эмблемаһы сифатында һайлайҙар.

  1. Не менее пятисот лет, см. «Британнику» и другие источники.
  2. Геродот. История, II, 73.
  3. Тацит. Анналы, VI, 28.
  1. Phoenix 2019 йыл 22 октябрь архивланған. // Britannica
  2. Мифы народов мира
  3. БРЭ (см. ниже)
  4. 4,0 4,1 Phoenix Архивная копия на Wayback Machine // Britannica
  5. 5,0 5,1 5,2 Мифы народов мира
  6. Thompson (2001: 581).
  7. Van der Broek, 1972
  8. Carolinne White. Early Christian Latin Poets. — 2000. — ISBN 978-0415187824. 2021 йыл 20 декабрь архивланған.
  9. Птица-феникс. // Newacropol.ru. Дата обращения: 8 февраль 2022. Архивировано 8 февраль 2022 года.
  10. 10,0 10,1 10,2 БРЭ (см. ниже)
  • Максимович, Кирилл Александрович, «Птица Феникс в древнерусской литературе» (к проблеме интерпретации образа) // Герменевтика древнерусской литературы. XI—XIV вв. Т. 5. — М., 1992. С. 316—334.
  • Зибаев А. В. Ὄρνις vel Пτερόν, AVIS vel VOLUCRIS? О понимании природы феникса в античном мире // Scholia studiorum II: пространство исторического нарратива. Екатеринбург, 2018.
  • Joseph Nigg. The Phoenix: An Unnatural Biography of a Mythical Beast (2016) (инг.)
  • Thompson, Stith (2001). Motif-Index of Folk-Literature: A Classification of Narrative Elements in Folk Tales, Ballads, Myths, Fables, Mediaeval Romances, Exempla, Fabliaux, Jest-Books, and Local Legends, Volume 1; Volume 6. Indiana University Press. ISBN 978-0253340894
  • Van der Broek, R (1972), «The Myth of the Phoenix», EJ Brill .