Персефона
Персефона | |
бор. грек. Περσεφόνη | |
| |
Уңдырышлылыҡ һәм үлектәр батшалығы алиһәһе | |
Мифология | |
---|---|
Атаһы | |
Әсәһе | |
Туғандары | |
Ире | |
Балалары | |
Атрибут | |
Персефона Викимилектә | |
Персефона (бор. грек. Περσεφόνη) — боронғо грек мифологияһында уңдырышлылыҡ һәм үлектәр батшалығы алиһәһе, тамуҡта хакимлыҡ итеүсе. Деметра һәм Зевстың ҡыҙы, Аидтың ҡатыны. Римлеләрҙә — Прозерпина. Олимпия илаһтары иҫәбенә инә.
Исеме һәм тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Шулай уҡ Персефоней/Ферсефонея / Ферсефона, ҡайһы берҙә Феррефатта диалект варианттары осрай[1]. Персефона (лат. Persephone) шулай уҡ Кора (бор. грек. Κόρη, лат. Cora — ҡыҙ). Римлеләрҙә — Прозерпина (лат. Proserpina).
Йәһәннәм алиһәһе культы Пилоста микен дәүерендә үк булған. Персефонаның исемен грек теленән сығып аңлатыу мөмкин булмауы уны урындағы боронғо алиһә тип уйларға мәжбүр итә, сөнки уның культы гректарҙың Балҡан ярымутрауына үтеп инеүенә тиклем таралған була. Грек яулап алыусыларҙа үҙҙәренең Персефона культы урындағы алиһә- Кора культы менән ҡушыла. Кора уңдырышлылыҡ алиһәһе булараҡ хөрмәт ителә һәм, бәлки, башта Деметра алиһә-әсә менән тиңләштерелгән булғандыр. Грек диненең артабанғы үҫеше Персефона-Кораны Деметра ҡыҙы яһай, әммә был алиһәләр культының берлеге боронғо грек тарихында һаҡлана. Аидтың урлау тураһындағы миф Гомер поэмаларында телгә алынмай, был уныңмистериаль характеры менән аңлатыла.
Профессор В.Г. Борухович билдәләүенсә ул " үҫемлектәр донъяһының — сәсеүлектәрҙең һәм ер өстөнә сыҡҡан шытымдарҙың (йыл һайын ҡабатланған цикл) кәүҙәләнеше» булып тора. Грек мифографтары әҫәрҙәрендә һәм әҙәбиәттә Персефона йән үлемһеҙлеге символына әүерелә[2].
Эпитеттар һәм тиңләштереүҙәр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Деметра һәм Зевстың ҡыҙы[3][4], уны мәмерйәлә әсәһе һәм нимфалар ашата[5]. Үҫеп еткәс, уға Арес һәм Аполлон яусылай[6]. Миф буйынса, уның менән бергә ҡыҙҙар Афина һәм Артемида үҫә[7] (йәки тағы Афродита[8]). Кораның сәскәһе тип нәркәсте атайҙар[9].
Аидтың (Плтуондың) ҡатыны, ул уны урлай һәм үҙенең батшалығына алып китә (Гигин буйынса, уны Плутон Зевс ярҙамында урлай[8]). Урлау урынының бер нисә варианты бар. Иң популяр варианты буйынса, урлау Сицилияла[10] Генна/Энна эргәһендәге Перг күле янындағы болонда була[11][12]. Сиракузда уға ер асылған урындағы Киана сығанағы бағышланған[13]. Башҡа версиялар буйынса, Плутон йә Элевсин янындағы Эринеон эргәһендәге ер аҫтына төшә[14], йә Арголидалағы Химарр йылғаһы янында[15], йә Олимпиялағы гипподром ҡырына төшә[16].
Деметра бөтә донъя буйлап ҡыҙын эҙләй, был ваҡытта ер уңдырышһыҙ була, сәселгән баҫыуҙарҙа бер нәмә лә уңмай. Деметра ярҙам һорап Зевсҡа Персефонаны ҡайтарыуҙы талап итеп мөрәжәғәт итә. Аид Персефонаны ебәрә, әммә азат итер алдынан уға гранат емешенең ете орлоғон бирә[17] (йәки Гермес хәбәр итеүенсә өс орлоҡ[18]). Был орлоҡтар өлкән Дионис ҡанының тамсыһынан барлыҡҡа килә[19]. Ошо ваҡыт эсендә аҙыҡтан баш тартҡан Персефона орлоҡтарҙы йота һәм Аид батшалығына кире ҡайтыуға дусар була. Баҡсасы Аскалаф Персефонаға ҡаршы шаһит булып сығыш яһай.
Деметраны тынысландырыу өсөн Зевс, Персефонаның йылдың өстән ике өлөшөн (Гомер гимнына һәм Псевдо-Аполлодорға ярашлы) Олимпта, өстән бер өлөшөн — Аид батшалығында, йәки ярты йылды (Овидий һәм Сервийға ярашлы) Олимпта (яҙ һәм йәй) үткәреүен, ҡалғанын ярты йылды Аид батшалығында (көҙ һәм ҡыш) үткәреүен ҡарар итә[20].
Ҡайһы бер сығанаҡтарҙа Олимпта булғанда Персефона һәр иртән күккә күтәрелә һәм, әсәһе Деметра уны һәр ерҙә күрһен өсөн, Ҡыҙ йондоҙлоғона әүерелә.
Ҡайһы бер шағирҙар буйынса, Аидтың һәм Персефонаның туйы ваҡытында Зевс кәләшкә Сицилия утрауын[21], йәки Фиваны[22], йәки Кизикты[23] туй бүләге итеп бирә.
Персефона — ер аҫты батшалығының хакимы[24]. Донъя сигендә йәшәй[25]. Судаға ярашлы Аидтан Макария исемле ҡыҙы була (илаһи үлем алиһәһе), ә орфиктарға ярашлы унан Евменидты тыуҙыра[26]. Зевстан (уға йылан рәүешендә килгән) ул Сабазийҙы тыуҙыра (Загрей).
Персефонаны урлауға бер орфик поэма бағышланған. Борондан уҡ Персефона тураһындағы миф йыл миҙгелдәренең алмашыныуын кәүҙәләндерә тип танылған.
Эпитеттар һәм тиңләштереүҙәр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Деспина.
- Кора. "Дева». Персефона исеме[27].
- Лептинида. Персефона эпитеты[28].
- Обрим. Персефона эпитеты[29].
- Праксидика.
Бер хикәйә буйынса, Афила — Кора һәм Персефона тип аталған Зевс менән Реяның ҡыҙы. Зевс йыланға әйләнгән әсәһен эҙәрлекләй һәм үҙе лә йыланға әйләнә, уны Геракл төйөнө менән бәйләй һәм уның менән бәйләнешкә инә, ә һуңынан йылан ҡиәфәтендә уның ҡыҙын да яулай. Афиланың маңлайында ике күҙе, муйыны артында суҡыш танауы һәм мөгөҙҙәре була[30]
Персефонаға Рим Прозерпинаһы тап килә. Римда уның менән шулай уҡ Либераны тиңләштерәләр.
Персефона юлдаштары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Иахе (Яхе). Персефона уйындарының юлдашы[31].
- Каллигенейя. Персефонаны һаҡлаусы нимфа[32].
- Левкиппа. Персефона уйындарының юлдашы[33].
- Фено (Файно). Персефона уйындарының юлдашы[33].
Һуңғы сәнғәттәге образ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Клавдиан эпосы
- «Богиня весны», Каст Филис
- "Прозерпина», Гете шиғыры
- 1820: «Прозерпина», Мэри Шелли һәм Перси Биш Шелли пьесаһы
- 1824: «Прозерпина», А. С. Пушкин шиғыры (Эварист Парни тәржемәһе)
- «Пыльца», Джефф Нун
- 1920: «Богиня весны» О. Э. Мандельштам шиғыры
- 2018:«Предания Олимпа», Рейчел Смит вебтуны
Һынлы сәнғәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Рубенс, Брейгель Кесе, Рембрандт
- 1516: «Похищение Прозерпины Плутоном», Альбрехт Дюрер гравюраһы
- «Похищение Прозерпины», Бернини скульптураһы
- «Похищение Прозерпины», Никколо дель Аббате картинаһы
- «Похищение Прозерпины», Парис Бордоне картинаһы
- 1595: «Похищение Прозерпины», Йозеф Хайнц картинаһы
- 1650: «Плутон похищает Прозерпину», Давид Хешлер скульптураһы
- 1700: «Похищение Прозерпины», Франсуа Жирардон скульптураһы
- 1891: «Возвращение Персефоны», Фредерик Лейтона каринаһы
Музыка
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Монтеверди опералары
- 1680: «Прозерпина», Люллиҙың музыкаль трагедияһы
- 1887: «Прозерпина», Сен-Санс операһы
- 1934: «Персефона», Стравинскийҙың музыкаль драмаһы, Андре Жид либреттоһы
- 1984: «Persephone», Шотландия альтернатив рок- Cocteau Twins төркөмө йыры
- 1987: «Persephone», Австралия Dead Can Dance дарквейв-төркөмө йыры
- 2007 :«Persephone», Нидерланд прогрессив-рок Kingfisher Sky төркөмө йыры
- 2009: «Прозерпина», Вольфганг Римдың опера-монодрамаһы
- 2014: «Персефона», украин һинд-рок төркөмө йыры «Вивьен Морт»
- 2015: «Persephone», Америка Virgin Steele пауэр-метал- төркөмө йыры
- 2017: «Персефона, вернись», Рәсәй йыры Neofolk- төркөмөнөң «Треустье» йыры
- 2017: «Persephone», Яңы Зеландия йырсыһы Yumi Zouma dream-pop
- 2021: «Persephone», Бруклин төркөмөнөң Daisy the Great йыры
Кинематограф
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 1934: «Богиня Весны», Уолт Дисней студияһының «Silly Symphonies» серияһынан йәнһүрәт
- 2002: «Персефона» — «Анимационные сказки мира» серияһынан йәнһүрәт, режиссёры Сергей Олифиренко.
- 2003: «Матрица» — Матрица трилогияһынан 2-3 киҫәктәр, Моника Беллуччи Персефонаны уйнай
- 2010: «Перси Джексон и Похититель молний». Персефона ролен Розарио Доусон башҡара.
- 2018: «Плата за проезд» (The Fare), рус телле прокатта тағы бер атамаһы — «Где-то во времени». Персефона ролен (Пенни) Бринна Келли башҡара.
Компьютер уйындары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Hades — Персефона — уйындың төп геройҙарының береһе һәм Загрейҙың ысын әсәһе.
- Нэнси Дрю: лабиринт лжи — детектив уйын. Төп героиня Нэнси Дрю «Жизнь Древней Греции» күргәҙмәһен һәм «Персефона зимой» спектаклен ойоштороуҙа ярҙам итеү өсөн Грецияға килә. Әммә көтмәгәндә күргәҙмә экспонаттары юғала башлай. Ксения Дукас — постановка режиссёры һәм төп ролде, Персефонаны башҡарыусы.
- Rage of the Titans — YSI визуаль новелла. Яҙ алиһәһе Персефона Аидтың һөйәркәһе булараҡ һәм икенсе дәрәжәләге персонаж Эдриандың үгәй әсәһе булараҡ сығыш яһай.
Астрономияла
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Персефона — 1895 йылда асылған астероид
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Платон. Кратил 404 с
- ↑ Аполлодор. Мифологическая библиотека. Книга I . Дата обращения: 5 апрель 2015. Архивировано 1 апрель 2014 года.
- ↑ Гесиод. Теогония 912—914; Гигин. Мифы. Введение 26
- ↑ Псевдо-Аполлодор. Мифологическая библиотека I 3, 1
- ↑ Порфирий. О пещере нимф 7
- ↑ Клавдиан. Похищение Прозерпины I 134
- ↑ Павсаний. Описание Эллады VIII 31, 2
- ↑ 8,0 8,1 Гигин. Мифы 146
- ↑ Софокл. Эдип в Колоне 682
- ↑ В. В. Латышев. Очерк греческих древностей : Мистерии. Дата обращения: 7 января 2015.Архивировано 3 июня 2013 года.
- ↑ Псевдо-Аристотель. Рассказы о диковинах 82 // Комментарий О. П. Цыбенко в кн. Диодор Сицилийский. Историческая библиотека. Кн.4-7. СПб, 2005. С.332; Овидий. Фасты IV 425—454
- ↑ Овидий. Метаморфозы V 386
- ↑ Диодор Сицилийский. Историческая библиотека V 4, 2
- ↑ Павсаний. Описание Эллады I 38, 5
- ↑ Павсаний. Описание Эллады II 36, 7
- ↑ Павсаний. Описание Эллады VI 21, 1
- ↑ Овидий. Метаморфозы V 537
- ↑ Овидий. Фасты IV 608
- ↑ Климент. Протрептик 19, 3
- ↑ Комментарий Д. О. Торшилова в кн. Гигин. Мифы. СПб, 2000. С.178
- ↑ Диодор Сицилийский. Историческая библиотека V 2, 3; Плутарх. Тимолеонт 8
- ↑ Евфорион, фр.45 Мейнеке // Комментарий О. П. Цыбенко в кн. Диодор Сицилийский. Историческая библиотека. Кн.4-7. СПб, 2005. С.332
- ↑ Аппиан. Митридатовы войны 75
- ↑ Гомер. Одиссея X 491; XI 217
- ↑ Гесиод. Теогония 767—768
- ↑ Орфические гимны XXIX 6
- ↑ Мифы народов мира. М., 1991-92. В 2 т. Т.1. С.666
- ↑ Ликофрон. Александра 53
- ↑ Ликофрон. Александра 697
- ↑ Афинагор 20 = Орфика, фр.58 Керн, см. Климент. Протрептик 16, 1
- ↑ Гимны Гомера V 419
- ↑ Нонн. Деяния Диониса VI 140
- ↑ 33,0 33,1 Гимны Гомера V 418
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Персефона // Реальный словарь классических древностей / авт.-сост. Ф. Любкер ; Под редакцией членов Общества классической филологии и педагогики Ф. Гельбке, Л. Георгиевского, Ф. Зелинского, В. Канского, М. Куторги и П. Никитина. — СПб., 1885.
- Персефона // Мифы народов мира : Энцикл. в 2 т. / гл. ред. С. А. Токарев. — 2-е изд. — М. : Советская энциклопедия, 1988. — Т. 2 : К—Я. — С. 305—306.
- Похищение Персефоны Аидом (Изложение по гомеровскому гимну.) // Кун Н. А. Мифы и легенды древней Греции.